+2 °С
Болотло
Флүрә Фәттәховаға «Герой-әсә» исеме бирелде. Был статус 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә. Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәүсе ҡатын үҙе ете бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләлә үҫә һәм 10 - алты ул һәм дүрт ҡыҙ таба. Беренсе һәм һуңғы балаларҙың йәш айырмаһы 21 йәш тәшкил итә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артисы Илдар Ғүмәров «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Фото:kremlin.ru