Герой тыумышы менән Салауат районының Мәсетле ауылынан, МХО-ға тиклем Көҫәпәй ауылында йәшәгән. Йәше оло булыуға ҡарамаҫтан, физик торошо бик яҡшы һәм хеҙмәттәштәре араһында ихтирам менән файҙалана. Ул бөтә бурыстарҙы үтәү эшенә яуаплы ҡарай, иптәштәре уны ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ тип һанайҙар.
Дошмандың БПЛА пунктын юҡ иткән уңышлы ваҡиға тураһында гаубицалы артиллерия дивизионының хәрби листогында һөйләгәндәр.
«Гаубицалы артиллерия дивизионы дошмандың ут нөктәләрен (блиндаждар менән окоптар селтәрен, күҙәтеү пунктын һәм йәшеренеү пехотаһын) юҡ итеү йәһәтенән хәрби бурыс үтәй. 19 ғинуарҙа беҙҙең БПЛА взводынан билдәле квадратта дошман дрондары менән идара итеү пункты асыҡланыуы тураһында уның координаталары менән хәбәр килде. Составында Даян Нуриев булған киҙеү расчеты һанаулы минуттарҙа орудиеға юллана. Яугир етеҙ генә Д-30 орудиеһын әҙерләй. Көйлө эш итеү һөҙөмтәһендә дошмандың БПЛА менән идара итеү үҙәге юҡҡа сығарыла. Ҡуйылған бурыс тиҙ, юғары һөнәрилек менән тулыһынса үтәлде», тип хәбәр ителә командование отчетында.
Алыштарҙың береһендә Нуриев етди яралана һәм әлеге ваҡытта Мәскәүҙә госпиталдә дауалана. 1 февралдә уның юбилейы булған – 60 йәше тулған! Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм тулыһынса һауығып, Тыуған илде һаҡлаусылар сафына ҡайтыуын теләйбеҙ.