Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Февраль , 18:55

Хөкүмәт кәңәшмәһенән иң мөһимдәре:

Ҡалтасы районы башлығы итеп Семен Цедилкин тәғәйенләнде. Райондың элекке башлығы Зәбир Ғабдуллин Мәләүез районы башлығы итеп тәғәйенләнде. Иван Иванов Өфөнөң Дим районын етәкләйәсәк.  

Башҡортостан Бөтә Рәсәй финанс мәҙәниәте конкурсы финалсылары иҫәбенә инде. Еңеүсе төбәк март айында билдәле була.
Иглин районы халыҡ иҫәбе буйынса иң тиҙ үҫешкән райондарҙың береһе булғанлыҡтан, Радий Хәбиров муниципалитетты үҫтереү планына төҙәтмәләр индерергә ҡушты.
2025 йылдың декабрендә Өфөлә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең Беренсе ҡышҡы спартакиадаһы үтә.
Башҡортостанда юлда һәләк булыусылар һанын өстән бер өлөшкә тиерлек кәметеүгә өлгәшелгән. Былтыр аварияларҙа 397 кеше һәләк булды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Премьер-министры ай һайын Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашасаҡ. Тәүге осрашыу 19 февралдә Сибай йүнселдәре менән үткәрелә. Осрашыуҙарҙың маҡсаты – эшҡыуарҙар берләшмәһенең хәлен аңлау, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бизнесҡа булышлыҡ итеү.
Башҡортостан спортсылары уҙған аҙнала 31 миҙал яуланы, шуларҙың 8-е – алтын.
Башҡортостанда Республика балалар клиник дауаханаһының балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә тәүге тапҡыр елек майын күсереп ултыртыу буйынса өс операция яһалды. Бөтә өс осраҡта ла табиптарыбыҙға Мәскәүҙәге Дмитрий Рогачев үҙәгенән коллегалары ярҙам итте. Төбәк Башлығы ошо операцияларҙы үткәргән табиптарҙы бүләкләргә ҡушты.
Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты. Тантаналы саралар республиканың барлыҡ муниципалитеттарында уҙғарылырға тейеш. Ул Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарын һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡотларға кәрәклеген әйтте.
Башҡортостандың 11 мәктәбенә “ Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” һәм “Хеҙмәт” предметтары өсөн яңы ҡорамал тапшырыла. Хәрби әҙерлек тураһындағы модуль өсөн 203,5 миллион һумға гранаталар, Калашников автоматтары, Макаров пистолеттары макеттары, газдан һаҡлай торған саралар, тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн респираторҙар һәм манекендар һатып алына.
Башҡортостан Башлығы хеҙмәт һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре уҡытыусылары менән осрашыу әҙерләргә ҡушты.
28 февралдән 1 мартҡа тиклем Өфөлә IV “SMART-садовод” халыҡ-ара форумы үтәсәк. Радий Хәбиров вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа баҡсасылар менән һорау-яуап режимында эшләү мөмкинлеген ойошторорға, шулай уҡ баҡсасыларға ярҙам тураһында бөтә мәғлүмәт бирергә ҡушты.
Майҙа Өфөләге “Мега” сауҙа үҙәгендә Наманган өлкәһенең (Үзбәкстан) Сауҙа йорто асыла. Бутикта төрлө туҡыу продукциялары, шул иҫәптән эш костюмдары, күлдәктәр, пальто һәм йорт өсөн туҡымалар була. Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылда 20 процентҡа тиерлек артҡан. Ике яҡлы хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн 2024 йылдың яҙында 2024-2026 йылдарға 89 пункттан саралар планына ҡул ҡуйылды.
Стәрлетамаҡтан Р-240 трассаһының бер өлөшө Башҡортостан биләмәһендә дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтелә.
Башҡортостан бизнесына дәүләт ярҙамы суммаһы 2024 йылда бер миллиард һумдан ашҡан. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәрҙең артыуы күрһәтелгән ярҙам сараларының һөҙөмтәһе булды – уларҙың һаны пландан 20 процентҡа артып, 593,3 мең кеше тәшкил итте.

 

 

Автор:
Читайте нас: