Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн «Башҡортостан геройҙары» тип исемләнгән кадрҙар программаһы старт алғайны. Бер аҙна эсендә унда үҙ көсөн һынап ҡарауға 665 кешенән ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 64 проценты әле алғы һыҙыҡта булған яугирҙар. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, хәрбиҙәр араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү маҡсаты ҡуйылған. Заявкалар 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Проект еңеүселәре дәүләт һәм муниципаль власть органдарына эшкә алынасаҡ.
Башҡортостанда идара итеү системаһын камиллаштырыу дауам итә. Йәштәр менән эште көсәйтеү маҡсатында төбәктең йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты министрлыҡ булараҡ үҙгәртеп ҡорола. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән республикала ғилми-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылған. Был йүнәлештә эш күләме ҙур. Иҡтисад һәм фән кооперацияһы өсөн яуап биргән айырым ведомство кәрәклеге билдәләнде.
Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә иғтибар юғары. Алдағы йылдарҙа айырыуса беренсел звеноны яңыртыуға ҙур финанстар көтөлә.
2017 йылдан алып Башҡортостанда «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль партия проекты ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның буйынса республика муниципалитеттары алған дөйөм финанс ярҙам күләме яҡынса 800 миллион һумға еткән. Ауылдарҙа 301 мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы яҡшырған, театрҙарҙың репертуары йөҙҙән ашыу яңы спектакль менән тулыланған.
Оператив кәңәшмәлә дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу, яҙғы ташҡынға һәм йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре лә ҡаралды. Шулай уҡ «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһына йомғаҡ яһалды, былтыр ғына уның буйынса республика муниципалитеттарында 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгәйны. Быйыл эш «Тормош өсөн инфраструктура» тип исемләнгән яңы милли проектҡа ярашлы башҡарыла. 94 парк-скверҙы яңыртыу ҡаралған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө агломерацияһының тиҙ үҫешеүен, уларға айырыуса иғтибар талап ителеүен дә билдәләп үтте. «Ғөмүмән, барлыҡ район-ҡала хакимиәттәре етәкселеге баш ҡаланан өлгө алып, «позитив үҙгәрештәр муниципалитеты» девизы менән эшләргә тейеш»,-тине төбәк етәксеһе.