Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Март , 19:00

Ил Президенты гүзәл зат вәкилдәре менән осрашты

Владимир Путин “Ватанды һаҡлаусылар“ фонды хеҙмәткәрҙәре, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветеран ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашты.

Ил Президенты гүзәл зат вәкилдәре менән осрашты
Ил Президенты гүзәл зат вәкилдәре менән осрашты

Мәскәүҙәге МХО ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү берҙәм үҙәгендә үткән осрашыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар дәүләт башлығына һорауҙар бирҙе һәм фонд эшенең төрлө йүнәлештәре буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Осрашыуҙа статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар“ фонды рәйесе Анна Цивилева һәм Мәскәү мэры Сергей Собянин да ҡатнашты.

Президент үҙәкте ҡарап сыҡты һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына күрһәтелгән хеҙмәттәр менән танышты.

“Ир-ат өсөн һәр ваҡыт тыл, бигерәк тә үҙен, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған хәрбигә еңеүҙәргә өлгәшеү өсөн мотивацияның мөһим нигеҙе булып тора. Һәм, әлбиттә, бындай осраҡтарҙа окоптарҙа үҙ ғаиләһе, ҡатындары, һеңлеләре, әсәләре тураһында уйламаған ирҙәр юҡтыр, тип уйлайым. Был илебеҙҙә әлеге ваҡытта булған бөтә нәмәнең, Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлау йүнәлешендә барған бөтә ғәмәлдәрҙең бик мөһим өлөшө“, – тине Владимир Путин ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыу барышында.

Анна Цивилева билдәләүенсә, ике йыл тиерлек эшләү дәүерендә фонд командаһы ҙур дуҫ ғаиләгә әйләнгән. Улар өсөн сит проблемалар һәм ҡайғылар, шатлыҡтар һәм еңеүҙәр юҡ.

Осрашыу барышында Президент хәрби хәрәкәттәр ветераны Светлана Гришанованың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса бөтә төбәктәр өсөн берҙәм стандарт булдырыу идеяһын хупланы.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә теләгән махсус хәрби операция ветерандарына өҫтәмә ярҙам күрһәтеүҙе тикшерҙе. Улар өсөн грант ярҙамы йәки социаль контрактҡа оҡшаш механизм ҡараласаҡ. Президент был башланғысты ла хупланы.

Осрашыу барышында Владимир Путин Еңеү көнөндә “Ватанды һаҡлаусылар” фонды хеҙмәткәрҙәренең балалары менән осрашырға вәғәҙә бирҙе һәм уларҙы 2025 йылдың 9 майында Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парадҡа саҡырҙы.

Фото: kremlin.ru

 

Автор:
Читайте нас: