Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март , 13:00

Владимир Путин Юғары мөфтөйҙө һәм башҡа яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәргә маҡтаулы исемдәр һәм наградалар тапшырҙы. Тейешле указ Рәсәйҙең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Владимир Путин Юғары мөфтөйҙө һәм башҡа яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне
Владимир Путин Юғары мөфтөйҙө һәм башҡа яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне

Документҡа ярашлы, Дмитрий Громенко һәм Юлия Громенко «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Өфө балалар филармонияһының башҡорт йыры ансамбле етәксеһе Наилә Шәймәрҙәнова «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ булды.

Иглин урмансылығы Оло Теләк участкаһының өлкән урман мастеры Рафаил Мөхәмәтшинға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урмансыһы» тигән маҡтаулы исем тапшырылды.

Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм «Альтернатива» пластмасса изделиелар заводы» йәмғиәтенең генераль директоры Раил Фәхретдинов Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-03-10/vladimir-putin-nagradil-verhovnogo-muftiya-i-drugih-zhiteley-bashkirii-4151961

Автор:
Читайте нас: