Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Ноябрь 2025, 12:00

Владимир Путин вейптарҙы тулыһынса тыйыу хаҡындағы тәҡдимде хупланы

«Рәсәй — спорт державаһы» форумында дәүләт башлығына ошондай тәҡдим менән «Сәләмәт дәүләт» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Екатерина Лещинская мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренсә, БДБ һәм донъяның башҡа илдәрендә вейптарҙы тулыһынса тыйыу ыңғай һөҙөмтәләргә килтергән.

Владимир Путин вейптарҙы тулыһынса тыйыу хаҡындағы тәҡдимде хупланы
Владимир Путин вейптарҙы тулыһынса тыйыу хаҡындағы тәҡдимде хупланы

Владимир Путин был тәҡдимде хуплап башын һелкте.

«Бына Дмитрий Николаевич [Чернышенко, Рәсәй Федерацияһы премьер-министры урынбаҫары] башын һелкеп тора. Беҙҙең хөкүмәт быны хуплай», — тип белдергән президент.

Башинформдан

Автор:
Читайте нас