Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы тура бәйләнеше оҙонлоғо буйынса дүрт сәғәтлек рекордты үтте һәм дүрт сәғәт тә 20 минуттан ашыу ваҡыт барҙы. Был арала уға 8,5 меңдән ашыу һорау килде.
Сара һуңында Радий Хәбиров республика халҡына рәхмәт әйтте.
– Мин республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла рәхмәтемде белдерергә теләйем. Парадокс, әммә һорауҙар күберәк булған һайын, яҡшыраҡ. Был кешеләрҙең проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүенә һәм беҙгә ышаныуы тураһында һөйләй. Мин бында бер нисә ябай һорауҙы күрҙем. Күптәре ҡыйыҡтарынан һыу ағыуына зарлана. Ҡыйыҡ ағып торһа, нисек йәшәргә? Беҙ мәсьәләләрҙе структуралаштырабыҙ һәм тиҙ арала хәл итеү юлдарын табасаҡбыҙ. Шулай уҡ ваҡыт талап иткән проблемалар менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Беҙ биргән бөтә вәғәҙәләр ҙә үтәләсәк. Мин үҙем менән Тура бәйләнештә булғандарҙың барыһына ла – эксперттарға, журналистарға һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә рәхмәт белдерергә теләйем. Беҙ бик күп мөһим һорауҙарға яуап бирҙек. Сабырлыҡ һәм конструктив диалог өсөн рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы.
Фото «Башинформ» агентлығынан.