Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Декабрь 2025, 10:00

Ҡытайҙар 30 көнгә визаһыҙ инә ала

РФ Президенты Владимир Путин Ҡытай граждандарының Рәсәйҙән ваҡытлыса инеү һәм сығыу тәртибе тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 

Ҡытайҙар 30 көнгә визаһыҙ инә ала
Ҡытайҙар 30 көнгә визаһыҙ инә ала

Указға ярашлы, 2026 йылдың 14 сентябренә тиклем Ҡытай Халыҡ Республикаһы  граждандары турист, ҡунаҡ сифатында, мәҙәни, спорт сараларында ҡатнашыу өсөн Рәсәй Федерацияһына 30 көнгә визаһыҙ инә ала. Был документ журналист эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, шулай уҡ белем алыу, Рәсәйҙә йәшәү маҡсатында йәки халыҡ-ара автомобиль ташыу һәм бындай транспорт сараларын тәржемәсе сифатында оҙатыу маҡсатында Рәсәйгә ингәндәргә ҡағылмай. 1 декабрҙәге Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде. Сентябрь башында КНР-ҙың сит ил эштәре министрлығы  Рәсәй граждандары өсөн 30 көнлөк визаһыҙ режим индереү тураһында иғлан иткәйне.

 

Автор:
Читайте нас