Мәскәүгә бар ил эйәрергә тейеш
Мәскәү юл хәрәкәтенә идара итеүҙең интеллектуаль системаһын үҫтерә. Күсемһеҙ милек объекттарын һәм урман янғындарына бәйле хәл-торошто пилотһыҙ аэромониторинглау индерелә. Мәскәүҙең һанлы моделен (күсермәһен) булдырыу һәм яңыртыу өсөн дрондар ҡулланыла. Ә 2026 йылдың 1 мартынан бөтә граждан пилотһыҙ аппараттарын “ЭРА-ГЛОНАСС” системаһы нигеҙендә берҙәм система күҙәтәсәк.
Дәүләт башлығына пилотһыҙ йөк машиналары һәм коптерҙар, роботаксиҙар һәм Рәсәй компанияларынан тауарҙарҙы килтереүсе роботтар күрһәтелде. Баҫыуҙарға пилотһыҙ тракторҙар, комбайндар һәм һауа агродрондары сығыуы хаҡында һөйләнеләр.
Килтереп бирәләр, төҙөйҙәр, хәүефһеҙлекте тәьмин итәләр...
Кәңәшмәне асып, Владимир Путин алдынғы продукттар линейкаһын күреүен шатланып билдәләне. Ул министрҙар менән автономлы системаларҙы ҡулланыу сценарийҙарын тикшерҙе.
– Улар, мәҫәлән, игенселек өсөн ҡулланыла. Был хаҡта ауыл хужалығы министры Оксана Лут һөйләне. Урмандарҙы һаҡлау өсөн дә дрондар файҙаланыла. Шулай уҡ килтереү, төҙөү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн, – тине Владимир Путин.
Ул конструкторҙарҙың тәҡдимдәренең ҡыйыулығын һәм улар уйлап сығарған технологияларҙың беҙҙең тирә-яҡтағы тормошто нисек үҙгәртеүен билдәләне.
– Әммә айырым йүнәлештәр буйынса ҡайһы бер илдәрҙән ҡалышабыҙ әле, – тип таныны ил башлығы. – Донъяның бәғзе бер ҡалаларында пассажирҙарҙы күпләп пилотһыҙ таксиҙар ташый. Автономлы техника өсөн бөтә компоненттарҙы етештереүҙә тулы суверенитетҡа өлгәшкән илдәр ҙә бар.
Президент, автономлы системаларҙы эшләү, етештереү һәм киң индереү өлкәһендә донъя лидерҙары иҫәбенә инеү өсөн беҙҙә ғилми һәм сәнәғәт потенциалы бар, тине.
Эш йүнәлештәре билдәләнде
Кәңәшмәлә Владимир Путин эштең дүрт йүнәлешен атаны.
Президент Хакимиәте һәм Хөкүмәт автономлы системаларҙың милли тармағын үҫтереү менән идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса тәҡдимдәр бирергә тейеш.
– Бындай ҡарарҙар министрлыҡтарҙы, ведомстволарҙы, Федерация субъекттарын, технологик компанияларҙы һәм ғилми ойошмаларҙы тығыҙ координациялауҙы яйға һалыу бурысын ҡуя, – тип билдәләне дәүләт башлығы.
Министрҙар кабинетынан иҡтисадтың төп секторҙарына пилотһыҙ технологиялар индереү буйынса саралар планын көтәләр.
– Бындай системалар түбән квалификациялы һәм хәүефле хеҙмәтте алмаштырырға, юғары эш хаҡы иҡтисадын формалаштырырға тейеш, – тине Владимир Путин.
Был шулай уҡ иҡтисад секторҙарының автономлы системаларға ихтыяжы айырмаһын баһаларға мөмкинлек бирәсәк.
Пилотһыҙ системалар иҡтисады үҫешендә төбәктәрҙең роле арта.
– Губернаторҙарҙан граждан дрондарының осоштарын көйләүҙең ғәмәлдәге ҡағиҙәләрен ҡулланыуығыҙҙы һорайым. Бында яуаплы, төплө һәм шул уҡ ваҡытта мөмкин тиклем оператив эш итергә кәрәк, – тине ул.
Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә, “Сириус” федераль биләмәһендә һәм Сахалинда эксперименталь хоҡуҡи режимдар ғәмәлдә, һәм уларҙы бөтә Алыҫ Көнсығыш төбәктәренә таратырға ҡарар ителә.
– Юридик өлкәгә ҙур автономлы транспортты ғына түгел, ә бәләкәй ҡоролмаларҙы ла индерергә кәрәк, мәҫәлән, килтереүсе-роботтар, пилотһыҙ системаларҙың төрлө төрҙәрен сертификациялауҙы ойошторорға, улар өсөн тулы стандарттар булдырырға кәрәк, – тип талап итте Путин.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә йыйыу башланды. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса булдырылған ғәскәрҙәрҙең яңы элиталы төрө.
МХО биләмәһендә дрондар ярҙамында ут бурыстарының 80 проценты үтәлә. Хәҙерге ҡораллы конфликттарҙа бындай сараларҙың роле шул тиклем юғары, ғәскәрҙәрҙең уңышлы хәрәкәт итеүе күп осраҡта пилотһыҙ системаларҙы идара итеүҙең һөҙөмтәлелеге менән билдәләнә. Әммә элек дрон операторҙары башҡа хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса иҫәпләнгән, хәҙер иһә уларҙың эше рәсми, юғары статус ала. Улар юғары класлы, яҡшы әҙерләнгән, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр буласаҡ. Шуға күрә уларға башҡаларҙан айырылып торған махсус шарттар булдырыла һәм урындар һаны сикләнә. Был ғәскәрҙә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре тураһында алдағы һандарҙа уҡырһығыҙ. Шулай уҡ БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға була.
Фото: kremlin.ru