Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ғинуар , 12:00

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!

Быйылға иң мөһим бурысты ошо өс һүҙ менән әйтеп бирә алам – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү 2026 йылға төп бурыс булып ҡала. Республика Башлығы Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә бының барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс булып ҡалыуын билдәләне.

Ул ағымдағы шарттарҙа берҙәмлектең һәм тәүәккәллектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бының урынына, ҡайһы берәүҙәр, күҙәтеүсе генә булып, һуғыш буйынса фекер алышыуҙарҙан ҡаса. Махсус хәрби операция башланғас, илдән киткәндәр ҙә бар, әммә тиҙ кире әйләнеп ҡайтҡандар, сөнки хыянатсыларға һәр йәмғиәттә тиҫкәре мөнәсәбәт.

Радий Фәрит улы, ярымүлсәмдәр менән эш итеп булмауын белдерҙе һәм компромисһыҙ ҡарашта булырға, дөрөҫлөк менән йәшәргә саҡырҙы. Республика Башлығы бындай ҡараштың 2022 йылдың февралендә билдәләнеүен һәм үҙгәрешһеҙ ҡалыуын хәтергә төшөрҙө.

Р.Хәбиров, бөтә ауырлыҡ һәм яуаплылыҡ Рәсәй президенты Владимир Путин иңенә генә ятмаҫҡа тейеш, тип билдәләне. Ул барыһын да - муниципалитет башлыҡтарынан алып депутаттарға тиклем - дәүләт башлығына ярҙам булыуына һәм берҙәмлеккә, еңеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы.

Президентҡа ярҙам итеү һәм махсус хәрби операция бурыстарын үтәү өҫтөнлөклө булып ҡала. МХО - ул Көнбайыштың агрессияһына яуап итеп башланған мәжбүри сара, һәм уның бурыстары хәл ителергә тейеш. Хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу өсөн эшләнгән эштәр операцияның стратегик маҡсаттарына ҡаршы килмәй.
"Махсус хәрби операцияның бурыстары стратегик характерҙа һәм тиҫтә йылдарға илдең киләсәген билдәләй. Һөйләшеп килешеүҙәр талап ителһә лә, улар үтәлергә тейеш», - тип билдәлне Хәбиров.

Автор:
Читайте нас