Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Март , 10:00

Путин Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе

Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән видеоэлемтә аша ил төбәктәрендә йәмәғәт транспорты паркын яңыртыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Докладтар менән Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин һәм сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов сығыш яһаны.

Путин Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе
Путин Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе

Видеоконференция форматында төп көн тәртибен ҡарау алдынан дәүләт башлығы Рәсәй Федерацияһы субъекттарында яңы белем биреү учреждениеларын асыуҙа ҡатнашты.

Екатеринбургта мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың инженер-техник фекерләүен үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы балалар баҡсаһы, Суздалдә урта дөйөм белем биреү мәктәбе асылды. Бынан тыш, Ырымбурҙа политехник лицей һәм Иркутскиҙа урта мәктәп биналары файҙаланыуға тапшырыла.

Владимир Путиндың ултырыштағы тулы сығышы сайтта.

Автор:
Читайте нас