Башҡортостандың Республика балалар клиник дауаханаһы (РДКБ) Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды. Дауахананың уникаллеге катамнез системаһына бәйле – дауаланғандан һуң пациенттарҙы телемедицина ярҙамында күҙәтәләр. Рәсәйҙә бындай система башҡа ерҙә юҡ. Шулай ҙа дауахананы артабан төҙөкләндереү талап ителә. Был мәсьәлә яҡын арала айырым ҡараласаҡ.
Башҡортостан Башлығы «Бәләкәй принцессалар балы» хәйриә сараһын һәр районда үткәрергә ҡушты.
Башҡортостанда быйыл абитуриенттар һаны буйынса рекорд күҙәтелә. XI класты тамамлаусылар ғына ла 16,5 меңдән ашыу – был 2008 йылдағы юғары тыуым эҙемтәһе.
Республиканың юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарында бюджет урындары ла 3,2 процентҡа артты. Уларҙың дөйөм иҫәбе — 17 424. Аспирантура һәм колледждарға айырым иғтибар бүленә.
Радий Хабиров Башҡортостан яугирҙары менән аралашыуы хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта подразделениеларҙың төп ихтыяжы – FPV-дрондар. Һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса гуманитар ярҙамға үҙгәрештәр индерелә.
Ҡар ирей башлау менән, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямай башлаясаҡтар. Юл ремонтлаусылар быға әҙер булыуҙары хаҡында белдерә. Эш барышы – республика Башлығы контролендә.