Сәйәсәт
22 Апрель , 06:00

Республикала офлайн режимда «Үлемһеҙ полк» ойошторолмай

Республика властары «Үлемһеҙ полк» патриотик акцияһын онлайн режимында ғына үткәрергә ҡарар итте. Был хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн кәрәк, сөнки хәрәкәт йыл һайын меңәрләгән ҡатнашыусыны йыя. Еңеү парадына килгәндә, ул Өфөлә үтәсәк. Әммә, әгәр шарттар булһа, унан да баш тартырға мөмкин.

Республикала офлайн режимда «Үлемһеҙ полк» ойошторолмайРеспубликала офлайн режимда «Үлемһеҙ полк» ойошторолмай
Республикала офлайн режимда «Үлемһеҙ полк» ойошторолмай

«Беҙ парад репетицияһын дауам итәбеҙ. Уны үткәрергә ҡарар ителде, әммә аҙ кеше ҡатнаша. Әйтеп ҡуям: хәл тиҙ үҙгәрә, әгәр үҙебеҙ һиҙһәк йә көс структураларындағы коллегаларыбыҙ уны үткәрмәҫкә нигеҙ бар тип әйтһә, уҙғармаясаҡбыҙ», – тине Радий Хәбиров.

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас