

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итеүенсә, уҙған йылда дүрт дәүләт предприятиеһы хужалыҡ йәмғиәте итеп үҙгәртелгән. Улар иҫәбендә – «Матбуғат донъяһы» нәшриәте, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды һәм «Башавтотранс» компанияһы. Бынан тыш, ҡайһы бер ойошмаларҙың устав капиталында республиканың өлөшө, күсемһеҙ милек һәм автотранспорт объекттары тормошҡа ашырылған.
– Был өлкәләге сәйәсәт «Дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте хосусилаштырыу тураһында» Федераль закон талаптарына ярашлы алып барыла һәм иҡтисадтың дәүләт секторын оптималләштереүгә, реаль секторға инвестициялар йәлеп итеүҙе дәртләндереүгә һәм бюджет килемен формалаштырыуға йүнәлтелгән, – тип билдәләне Наталья Полянская.