Сәйәсәт
13 Июня , 07:00

Тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы кеше тәғәйенләнде

Башҡортостанда дәүләт тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы координациялау өсөн хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев яуаплы итеп тәғәйенләнде. Бойороҡҡа Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы кеше тәғәйенләндеТел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы кеше тәғәйенләнде
Тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы кеше тәғәйенләнде

Ошо уҡ документ менән БР Мәғариф министрлығы дәүләт тел сәйәсәте өлкәһендә вәкәләтле башҡарма орган итеп билдәләнде.

Бойороҡ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.

Башинформ

Автор:
Читайте нас