Сәйәсәт
11 Июля , 05:00

Айырым иғтибар – рус теленә

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рус теле дәүләт теле булараҡ» курсын юғары уҡыу йорттары программаһына индерергә ҡушты.

Айырым иғтибар – рус теленәАйырым иғтибар – рус теленә
Айырым иғтибар – рус теленә

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рус теленә һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә булышлыҡ итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ултырышы йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлеген Кремлдең матбуғат хеҙмәте баҫтырып сығарҙы.

Президент ҡуйған башҡа бурыстар араһында:

- рус теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп дәреслектәренең БДИ эштәренә тура килеү-килмәүенә анализ яһарға;

- «Рәсәй Пушкин йәмғиәте» ойошмаһын булдырыу тураһында президент указы проектын әҙерләргә;

- Балалар китабы көнөн билдәләү тураһында указ проектын әҙерләргә;

- рус ишаралар телен үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итергә.

Автор:Светлана Шириня әҙерләне
Читайте нас