Сәйәсәт
13 Июль , 13:00

Р. Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә табиптарҙың эшен тәнҡитләне

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта тупаҫ табиптарҙы осратырға тура килә. Был хаҡта туғандарҙан, таныштарҙан ишетәм. Халыҡ ваҡытында медицина ярҙамы ала алмай. Беҙ һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһына ҙур өлөш индерҙек. Һәм беҙ тармаҡта эшләүселәр тарафынан ыңғай һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Һеҙ беләһегеҙ, мин табиптарға, шәфҡәт туташтарына ҡарата йылы һүҙҙәремде йәлләмәйем. Әммә бындай осраҡтарға юл ҡуйырға ярамай», — тине Радий Хәбиров.

Р. Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә табиптарҙың эшен тәнҡитләнеР. Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә табиптарҙың эшен тәнҡитләне
Р. Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә табиптарҙың эшен тәнҡитләне

Республика етәксеһе БР Башлығы хакимиәтенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковскаяға был проблеманы айырым ҡарарға ҡушты. Хәҙер һәр дүшәмбе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин оператив кәңәшмәлә медицина хеҙмәткәрҙәренең эш сифаты хаҡында доклад яһарға тейеш буласаҡ.

«Һорауҙарҙы туранан-тура ошонда министрға бирергә кәрәк, ә ул үҙ сиратында муниципалитет башлығына еткерергә тейеш. Был министрҙың, район башлығының һәм баш табиптың яуаплылығында, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. —  Аңлайым, бәлки, кешенең кәйефе булмаҫҡа мөмкиндер. Әммә насар кәйефте өйҙә ҡалдырығыҙ. Һәм кешеләр менән яҡшы мөғәмәлә итегеҙ. Юғиһә тура эфирҙа баш табиптарҙы эштән ебәрә башлаясаҡмын».

 

Автор:
Читайте нас