Сәйәсәт
14 Июля , 05:00

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

13 июлдә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә төбәктә автомобиль яғыулығы баҙарындағы хәлде тәүлек әйләнәһенә контролдә тотоуҙы дауам итергә ҡушты.

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»
Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Ауыл хужалығы предприятиелары өсөн көн һайын 380 тонна самаһы бензин талап ителә. Бөгөнгө көндә төбәктә яҡынса 250 тонна оҙатыла, был эре компаниялар өсөн етә, әммә заправкаларҙан файҙаланған шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға бәйле проблема ҡала. Ваҡ хужалыҡтар бензинды 12 нефть базаһы аша күмәртәләп ала.

«Ошо хәлде контролдә тоторға кәрәк. Уҙған аҙна аҙағына ажиотажды ярайһы уҡ бөтөрҙөк, хәҙер йәнә яғыулыҡ етешмәүе күҙәтелә башлан, шуға бында бергәләп эшләргә кәрәк», – тип өҫтәне республика башлығы.

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»
Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»
Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»
Автор:
Читайте нас