Сәйәсәт
11 Августа , 09:00

Яғыулыҡ етештереү кәмемәй

Радий Хәбиров БПЛА һөжүмдәре бензин етештереүгә нисек йоғонто яһауы тураһында һөйләне

Яғыулыҡ етештереү кәмемәйЯғыулыҡ етештереү кәмемәй
Яғыулыҡ етештереү кәмемәй

Республикаға идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы, пилотһыҙ осоу аппараттарының даими һөжүменә ҡарамаҫтан, республикала яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәй, тип белдерҙе.

«Автомобиль яғыулығы етештереүҙә бер ниндәй ҙә түбәнәйеү күҙәтелмәй. Әгәр нимәлер зыян күрһә лә, барыһы ла ваҡытында ремонтлана», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:
Читайте нас