

«21 беспилотник килгән, уларҙың 16-һы Салауатта бәреп төшөрөлдө. Башҡалары Шишмә районындағы логистик үҙәккә һөжүм яһаны. Әле унда ла янғынды һүндерәләр, шулай уҡ Ка – 32 вертолеты йәлеп ителде. Бөгөнгө атакала ике кеше йәрәхәт алды, улар дауаханала, кәрәкле ярҙам күрһәтелә", - тип яҙҙы БР Башлығы социаль селтәрҙә.
Башҡортостанда «Пилотһыҙ осҡос хәүефе» тәртибе ғәмәлдән сығарылды.