

Башҡортостан Башлығы логистик үҙәкте һаҡлап ҡалыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың яйға һалынған эше арҡаһында ут майҙандарҙың 10% ғына зыян килтергән.
«Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һәм Ка-32 вертолеты экипажының оператив эш итеүе һөҙөмтәһендә үҙебеҙҙең логистик складты юғалтыуға юл ҡуйманыҡ. Беҙ яҡынса 20 мең квадрат метрҙы юғалттыҡ, ә склад 200 мең квадрат метрға яҡын. Афарин! Барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ. Беҙҙең вертолет 40 осош яһаны, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 200 тоннаға яҡын һыу тотондо», – тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: Глава РБ