

Ҡунаҡҡа район хакимиәте командаһы һуңғы йылдарҙа эшләгән төп төҙөкләндереү объекттарын күрһәттеләр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү системаһына айырым иғтибар бүленде – Бәләбәй тәжрибәһен адреслы ярҙамдың эш механизмдарының береһе итеп күрһәттеләр. Бынан тыш, район башлыҡтары бергәләп мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә ҡатнашты, ә һуңынан хакимиәттә эш кәңәшмәһе үткәрҙе, унда идара итеү процестарын һәм төрлө өлкәләрҙәге эш үҙенсәлектәрен ентекле тикшерҙеләр.
Азат Сәхәбиев үҙенең социаль селтәрҙәрендә бындай осрашыуҙар тәжрибә уртаҡлашыу менән генә түгел, ә ғәҙәти процестарға яңыса ҡарау менән дә ҡиммәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Ҡайһы берҙә тап йәш белгестең һорауҙары ғәҙәти әйберҙәрҙе икенсе яҡтан күрергә ярҙам итә, – тип билдәләне район башлығы. – «Муниципаль остаз» программаһының үҫешергә һәм үҙ еренә файҙа килтерергә теләгәндәргә ярҙам итеү мөмкинлеген биреүенә шатмын».
Фотолар хакимиәттән