Сәйәсәт
7 Сентября , 09:00

Радий Хәбиров МХО ветерандары өсөн спорт навигаторы булдырырға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вице‑премьерҙар Олег Ли һәм Руслан Хәбибовҡа ярты йыл эсендә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн һанлы платформа эшләргә ҡушты - ул яугирҙарға спорт объекттарын табырға һәм күнекмәләр шарттары тураһында белергә ярҙам итәсәк. 

Радий Хәбиров МХО ветерандары өсөн спорт навигаторы булдырырға ҡуштыРадий Хәбиров МХО ветерандары өсөн спорт навигаторы булдырырға ҡушты
Радий Хәбиров МХО ветерандары өсөн спорт навигаторы булдырырға ҡушты

Хәбиров, яугирҙарҙы реабилитациялау өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген тәьмин итеү мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның һүҙҙәренсә, ҡушымтала бөтә спорт объекттары тураһында мәғлүмәттәр йыйырға кәрәк (шул иҫәптән яугирҙар өсөн бүленгән ваҡыт), шулай уҡ ветерандар менән туранан—тура эште яйға һалырға, уларҙың графигын һәм ихтыяждарын иҫәпкә алырға кәрәк. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, спорт үҙәктәре күңел асыу урыны түгел, ә йыш ҡына артабанғы тормошто тергеҙеү, яңынан ҡороу ысулы булып тора.

Фото: Башинформ.

Автор:
Читайте нас