Сәйәсәт
7 Сентября , 10:00

Юғары наградалар алдылар

Рәсәй Президентының  дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы  сираттағы Указы баҫылды.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Юғары наградалар алдыларЮғары наградалар алдылар
Юғары наградалар алдылар

Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан кешеләре лә бар.

II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән БРДәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай дептутатының  һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше  буйынса комитеты рәйесе Салауат Харасов бүләкләнде.    

Өфө ҡалаһының 93-сө лицейының физика-математика уҡытыусыһы   Наталья Володина  «Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды. 

БР Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов  атҡаҙанған ветеринария табибы исемен алды.

Автор:
Читайте нас