Сәйәсәт
10 Сентября , 07:00

Ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы хупланды

Рәсәй президенты Владимир Путин бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белованың йорт һатып алғанда йәки төҙөгәндә күп балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека ставкаһын кәметеү тәҡдимен хупланы.

Ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы хупландыҒаиләләргә яңы ярҙам сараһы хупланды
Ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы хупланды

Львова-Белова билдәләүенсә, бындай ғаиләләр өсөн ҙур йортта йәшәү мөмкинлеге булыуы мөһим һәм ул тап шәхси торлаҡ төҙөлөшөндә күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса кәметелгән процент билдәләргә тәҡдим итте.

Путин был идеяны төҙөлөш тармағы өсөн дә яҡшы тип атаны: «Һуңғы йылдарҙа беҙҙә шәхси торлаҡ төҙөлөшө күләме бик артты. Һәм, әлбиттә, һеҙҙең менән аралашҡан һәм был хаҡта әйткән кешеләр, айырыуса күп балалы ғаиләләр өсөн өсөн был мәсьәләне яҡшы хәл итеү юлы», – тип яуапланы президент.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 75 мең күп балалы ғаилә бар. Был критерий буйынса төбәк Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Шуға бәйле, Башҡортостан Башлығының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Константин Шаһиморатов иҫәпләүенсә, был тәҡдим, әгәр ул ҡануни яҡтан нығытылһа, республика өсөн көнүҙәк.

Автор:
Читайте нас