

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһына һайлау алдынан рәсәйҙәргә мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Дәүләт башлығы уларҙы үҙ тауышын биреп, төплө һәм яуаплы ҡарар ҡабул итергә саҡырҙы.
– Беҙ Рәсәйҙең нимә өсөн көрәшеүен һәм уның һәр гражданының бурысын беләбеҙ. Һуғыш яланында геройҙарыбыҙ еңеү яулай. Уны Тыуған ил өсөн намыҫлы эшләгән, уның киләсәге өсөн яуаплылығын аңлаған һәр кем яҡынайта. Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылында үтәсәк тауыш биреүҙә ҡатнашыу — ул да яуаплылыҡ, илде нығытыуға өлөш индереү, – тине ул. – Һеҙҙең һайлауығыҙ һәм ихтыярығыҙҙы белдереүегеҙ беҙҙең яугирҙәребеҙҙең артында миллионлаған кеше тороуын, беҙҙең уртаҡ ҡиммәттәр, тарихи хәтер, Ватанға һөйөү менән берләшкән берҙәм халыҡ булыуыбыҙҙы, бер кемдең дә беҙҙе тарҡатып, ҡурҡытып, дәүләтселегебеҙҙе һәм ижтимағи-сәйәси системабыҙҙы ҡаҡшата алмаясағын күрһәтәсәк.
Был юлы бындай күләмле тауыш биреү процесы махсус хәрби операция үткәреү шарттарында йәйелдереләсәк, ә Донбасс һәм Новороссия халҡы Рәсәй менән берләшкәндән һуң тәүге тапҡыр депутаттар һайлаясаҡ, тип билдәләне ул.
Һайлауҙа ҡатнашыу — еңеүгә дөйөм өлөш һәм унда һәр кемдең ҡатнашыуы мөһим, тине Владимир Путин. Ул күпселек тауышты иң лайыҡлы кандидаттар һәм ысын патриоттар йыйыр тигән ышаныс белдерҙе.
– Был Рәсәйҙе көсһөҙләндерергә, уның үҫешен тотҡарларға, беҙҙе суверенитеттан һәм яҙмышыбыҙҙы үҙаллы билдәләү хоҡуғынан мәхрүм итергә теләүселәргә яҡшы яуап буласаҡ, — тип йомғаҡ яһаны Президент.
Быйыл һайлауҙар өс көн — 18 – 20 сентябрҙә үтәсәк. Илдә бөтәһе төрлө кимәлдәге 2,2 меңдән ашыу кампания ойошторала. Рәсәйҙәр 20,7 мең депутат һәм хакимиәт башлыҡтарын һайлаясаҡ.
Фото: kremlin.ru