Сәйәсәт
8 Октября , 04:00

Р. Хәбиров «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһенең пленар ултырышында ҡатнашты

7 октябрҙә Мәскәүҙә «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй агросәнәғәт комплексы навигаторы: һөҙөмтәле үҫеш технологиялары» пленар ултырышында ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Р. Хәбиров «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһенең пленар ултырышында ҡатнаштыР. Хәбиров «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһенең пленар ултырышында ҡатнашты
Р. Хәбиров «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһенең пленар ултырышында ҡатнашты

Ултырышта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин сығыш яһаны, ул шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы белгестәрен алда торған һөнәри байрамдары – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө – менән ҡотланы.

– Һеҙҙең тырышлығығыҙ һөҙөмтәһендә кешеләр сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, үҙ эшегеҙҙе яратыуығыҙ һәм илебеҙ тураһында хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт. Тап агросәнәғәт хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итә, – тип билдәләне Михаил Мишустин.

Ил Хөкүмәте Рәйесе билдәләүенсә, «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты агросәнәғәт комплексының төп күрһәткестәрен арттырыуға булышлыҡ иткән.

– Элек сит ил селекцияһына ныҡ бәйле булған культуралар буйынса Рәсәй орлоҡтарын ҡулланыу әүҙем үҫә. Был көнбағыш, рапс, шәкәр сөгөлдөрө, шулай уҡ соя һәм кукуруз. Дөйөм алғанда, үҙебеҙҙе орлоҡтар менән тәьмин итеү күрһәткесе 70 процентҡа яҡын тәшкил итә. Был процесты тиҙләтеү өсөн Тимирязев геном үҙәге базаһында махсус платформа булдырылған, ул яңы сорттарҙы һәм гибридтарҙы баҙарға сығарыу ваҡытын ике-өс йылға тиклем ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирәсәк. Уны күп кенә фәнни мәктәптәрҙә әүҙем ҡулланалар ҙа инде. «Алтын көҙ» күргәҙмәһе экспозицияһында, атап әйткәндә, Башҡортостанда өлгәшелгән уңыштар күрһәтелгән. Бөгөн беҙ тап ошо хаҡта республика стендында һөйләштек, – тип билдәләне Михаил Мишустин.

***

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров төбәк ауыл хужалығының технологик һәм етештереүсәнлек кимәлен арттырыуын, ә уңыштың төп факторы булып фән менән бәйләнеш ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Мин ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Владимирович Мишустинға беҙҙең «ноу-хау» тураһында һөйләнем. Был, атап әйткәндә, үҫемлектәр һәм хайуандар селекцияһы өлкәһендә фән, мәғариф һәм индустриаль партнерҙарҙы берләштереү, – тине республика Башлығы. – Беҙ 2030 йылға тиклем үҫемлекселек һәм орлоҡ фонды менән бәйле, йәғни Башҡортостанда үҫтереүгә яраҡлаштырылған культураларҙың барыһының да – иген, майлы һәм башҡалар – бөтә төрҙәрен үҙебеҙҙә үҫтереү бурысын ҡуйҙыҡ.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе урып йыйыу кампанияһына йомғаҡ яһаны.

– Быйыл беҙ 4 миллион тоннанан ашыу иген һәм майлы культуралар һуғып алдыҡ – был лайыҡлы күрһәткес. Ужым культураларын сәсеүҙе тамамлайбыҙ – уларҙың майҙанын 305 мең гектарға тиклем арттырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең республика, үҙебеҙ һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, илдең аграр үҙәктәренең береһе булып ҡала.

 

 

Автор:
Читайте нас