Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы филиалы булған М. Ғафуриҙың йорт-музейында башҡортса ҡыҫҡа метражлы “Бетеү” фильмын ҡарау һәм уның буйынса фекер алышыу булды. Таҫма Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән. Осрашыуға киноның режиссеры Руслан Юлтаев, композиторы Урал Иҙелбаев, төп ролде башҡарыусы күренекле актриса Илһөйәр Ғәзетдинова, геройҙың һөйгән ҡыҙын уйнаусы йәш актриса Айзилә Төркмәновалар ҙа килде. Кино ҡарарға килгән йәштәр – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары өсөн айырыуса иҫтәлекле булды был сара.
Был сара арҡылы Ғафури музейы яугирҙәр менән уларҙың ғаиләләренә арналған “Музей аҙнаһы” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды, шулай уҡ ул илебеҙҙә башланған Ватанды һаҡлаусылар, республикабыҙҙағы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы айҡанлы ла үткәрелде.
Фильмды ҡарағандан һуң йыйылыусылар уның буйынса фекер алышты. Режиссер Руслан Юлтаев – уның төшөрөлөүе, Илһөйәр Ғәзетдинова фильмда төшөүенең, композитор Урал Иҙелбаев көй ижад итеү тарихтарын бәйән итте, тамашасылар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Махсус хәрби операция ветераны Илдар Ғүмәровтың фекерен ишетеү иһә һәр беребеҙ өсөн ҡыҙыҡлы булғандыр. Ул яугирҙәрҙең гуманитар йөк, тыуған яҡтар сәләмен алып шатланыуы тураһында һөйләне, халҡыбыҙҙың ауыр мәлдә яугирҙәргә ярҙам итеүе өсөн рәхмәт әйтте, яу ҡырындағы ир-егеттәрҙең һәр ҡайһыһының үҙ бетеүе, амулеты йә талисманы булғанын да раҫланы. “Был фильмды мөмкин тиклем күберәк кеше күрергә тейеш”, – тигән теләген дә еткерҙе.
Кисә аҙағында фильм командаһына Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев ойошманың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Фильмға килгәндә, ул – күңелдәрҙе йомшартҡан да, рухты күтәргән дә, берҙәмлеккә әйҙәгән дә әҫәр. Режиссерҙың һөнәри оҫталығы, актерҙарҙың уйыны, музыка – кино таҫмаһында барыһы бер тулҡында көйләнеп, йөкмәткене асырға ярҙам итә, сюжетты тулыландыра.
“Бетеү”ҙәге Илнур йөҙөндә махсус хәрби операцияға улын оҙатҡан әсә, һөйгән егетен йә ирен көткән ҡыҙ һәм ҡатын, ағаһы йәки ҡустыһынан шылтыратыу көткән туғаны, атаһын һағынған балалар – һәммәһе лә үҙ яҡынын күрер.
“Беҙ булмаһаҡ, башҡа кем?!” Яу яланына юлланған ир-егеттең күңеленә ошо һорау тынғы бирмәйҙер. Кино таҫмаһының геройы Илнур – әрмелә сағында десантсы булып хеҙмәт иткән көслө, мыҡты кәүҙәле, рухлы егет тә, үҙҙәренең “Беҙҙән башҡа бер кем дә!” тигән девизына тоғролоҡ һаҡлап, үҙ теләге менән яу барған тарафҡа китә. Яуҙашы аша үҙенә барып еткән өләсәһенең бетеүе уны бәлә-ҡазанан һаҡлар, һәм ул иҫән-һау тыуған яғына, һөйгәне янына ҡайтып төшөр!
Фильм ысынбарлыҡтағы хәлдәргә нигеҙләнеп төшөрөлгән. Был хаҡта режиссер Руслан Юлтаев һөйләп ишеттерҙе. Эйе, бындай тарихтарҙы хәҙерге көндә республикабыҙҙың төрлө ауылында, төрлө ҡалаһында ишетергә мөмкин. Ватанды һаҡлау ир-егеттең бурысы икәненә тәрән инанған батырҙар үҙ теләге менән махсус хәрби операция барған биләмәгә юллана,ә йәнтөйәктә әсәй-өләсәйҙәре, апай-һеңлеләре, ауылдаштары яугирҙәргә өй йылыһына төрөлгән ризыҡ, үҙ ҡулдары менән тегелгән, бәйләнгән кейем оҙата тора...
Руслан Юлтаев фильмға бәйле ҡыҙыҡлы деталдәр тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, төп ролде уйнаусы Илнур Атйетәровты – Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры актерын – режиссер осраҡлы һайламаған. Ул һалдат хеҙмәтен десантсы булып үткән, хатта фильмда актерҙың шәхси альбомында һаҡланған фотолар ҡулланылған.
Илһөйәрлеккә, ир-аттың тәбиғәттән бирелгән һаҡлаусы-яҡлаусы булмышына, илгә бәлә килгәндә бер төптән булып берләшергә әҙер халҡыбыҙға һоҡланыу сағылышы был фильм. Әлеге ваҡытта ошондай таҫмалар бигерәк кәрәк – кеше яҙмышы Ил яҙмышынан айырылғыһыҙ икәнен аңлау, ҡайһы берәүҙәрҙең күңеленә инеп оялаған ҡурҡыу, икеләнеү, ышанмауҙарҙы иретеп юҡҡа сығарыу өсөн дә; быуындары ҡатмаған йәштәрҙә ватансылыҡ, изге еренә һөйөү һәм тоғролоҡ, йөрәгендә ҡыйыулыҡ тәрбиәләү өсөн дә. Фильмдың тағы ла бер мөһим фекере – кешелә иман ни тиклем көслө булһа, был инаныуҙың һаҡлау, яҡлау көсө лә шул ҡәҙәрем ҙур була алыуы тураһында.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/