Яҡташ яугирҙарҙың һорауы буйынса 25 автомобиль (өлөшләтә һатып алынған, өлөшләтә бүләк ителгән), өс мотоцикл, бер квадроцикл, ике тағылма, автозапчастар һәм тәгәрмәстәр, инструменттар һәм майлау материалдары тапшырылды.
Быйыл районыбыҙҙың селтәр үреүселәре 1000-дән ашыу маскировка селтәре әҙерләп фронтҡа оҙаттылар.
Төркөмдәрҙең бәйләүселәре ҙур өлөш индерҙе: Бәләбәйҙән «Үҙебеҙҙекеләрҙе маскировкалайбыҙ» (ирекмән Дарья Маркелова) – бөтә эшмәкәрлек осоронда улар 1130 – ға яҡын маскировкалау селтәре үргән; «Приют ҡасабаһы фронт өсөн маска селтәрҙәре» – 890 дана (20-нән ашыу ҡатын-ҡыҙ ике сменала үргән), «Баженов үреүселәре» - 290 селтәр (15 кеше төркөмдә тора).
2025 йылда Знаменка һәм Ермолкинда селтәрҙәр үреү пункттары асылған.
Селтәрҙәр үреү өсөн материалдарҙың күп өлөшө үҙебеҙҙең халыҡ һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ йыйған аҡсаға һатып алына, һатып алыуҙа Бәләбәй районының ветерандар советы ҙур ярҙам күрһәтә.
Яҡташ яугирҙарҙың һорауы буйынса һыуытҡыстар, кер йыуыу машиналары, күсмә мейестәр, төҙөлөш материалдары һәм инструменттар, генераторҙар, рэб системалары, «Булат-4» дрон детекторҙары, тепловизорҙар, мониторҙар, телевизорҙар, «СОВА» детекторы, рациялар, 3d принтер өсөн ноутбуктар, принтерҙар, ламинатор, үҙ ҡулдары менән эшләнгән таш ваҡлау машинаһы һ. б. Ебәрелгән.
Тонналап аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән өйҙә әҙерләнгән аҙыҡ, ике фура эсәр һыу гумконвойҙар менән киткән.
Медикаменттар, гигиена саралары, түшәк кәрәк-яраҡтары, яралы яугирҙар өсөн кейем, шул иҫәптән Приют ҡасабаһында тегенсе – ирекмәндәр теккән кейем, парафин шырпылары һәм окоп шәмдәре барыһын да яҡташтарыбыҙ-ил һаҡсылары рәхмәт менән ҡабул итте.
Иң әүҙем ирекмәндәр төркөмдәре: Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге һәм бер төркөм селтәр үреүселәр һәм тегенселәр; «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бәләбәй», «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Приют», «Бәләбәй ҡалаһының МХО төркөмө», «Һалдат әсәләре» союзы, «МХО эргәлә. Бәләбәй».
Актив хәйриәселәр иҫәбендә: Бәләбәй районы хакимиәте ветерандары, Приют халҡы һәм ҡасаба ветерандары советы, «Сик һаҡсылары союзы» йәмғиәте, Эске эштәр министрлығы, Диңгеҙ туғанлығы, Һву-десант ғәскәрҙәре, «Чернобыль союзы» ветерандары, «Кудесницы» биҙәү-ҡулланма ижадының һәүәҫкәр берләшмәләре, «Урал батыр» һарайы эргәһендәге «Ҡул эштәре» ойошмаһы, Шаровка, Максим Горький, Туҡлыҡыуыш, Знаменка, Семенкин, Өҫән-Ивановка, Ермолкин, Анновка, Ыҫлаҡбаш ауыл биләмәләре халҡы; «Глуховская» шифаханаһы, ДОК-Консультант, ОНИД йәмғиәттәре, Михайло-Архангель ҡорамы, Приют ҡасабаһының Тихвин божья матерь иконаһы ҡорамы, Бәләбәй ҡалаһының тарихи мәсете һәм башҡа бик күп мәхәллә кешеләре.
Тейәп оҙатыуҙа Бәләбәй механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжы һәм Бәләбәй гуманитар-техник колледжы студенттары ҙур ярҙам күрһәтә.
Конвойҙар район ветерандары советы һәм ирекмәндәрҙең һорауы буйынса ойошторола.
Беҙҙең ирекмәндәр күрше Әлшәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй райондары һәм Октябрьский ҡалаһы ирекмәндәре менән бәйләнештә эшләй.
Фотолар «БИ» архивынан