Һәр ҡайһыһына Яңы йыл бүләктәре тапшырҙылар, шулай уҡ улар менән бергә гитараға ҡушылып йырҙар йырланылар.
Ҡунаҡтар Александр Александровна Корчагинаны 90 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотланы. Ғәжәп яҙмышлы һәм ҙур тормош тәжрибәһе булған ҡатындың йөрәге изге һәм ул етди сирҙе батырлыҡ менән кисерә. Ауырып ятҡан килеш, ул МХО-ла ҡатнашыусылар һәм стационарҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн ойоҡбаштар бәйләй. Уның тураһында БИ бер нисә тапҡыр яҙҙы.
Бүлексәлә йәшәүселәр райондың ветерандар активына иғтибар һәм хәстәрлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Раштыуа - изге эштәр һәм мәрхәмәт ваҡыты!
- Ябай ғына рәхимле эштәр айырым йәшәү шарттарында булған кешенең күңелен аҙ ғына булһа ла йылыта ала, - тип иҫәпләй ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Ишниязова.