

– Башҡортостан пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектрон көрәш буйынса компетенция үҙәктәренең береһенә әүерелде. Төбәктәрҙең "дронофикацияһы" рейтингының тәүге өсәүһенә инәбеҙ. Беҙҙең уникаль предприятиелар Рәсәйҙә беренсе булып пилотһыҙ аппараттар өсөн FPV-дрондар һәм электр двигателдәре сығара башланы. Президент ҡушыуы буйынса беҙ бөтә класлы граждандар һәм хәрби дрондар әҙерләйбеҙ һәм етештерәбеҙ. Инженерҙарыбыҙ "Ҡыш бабай" тип атаған ауыр дрон осош һынауҙарын үтте һәм бөгөн яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. Был эште координациялағаны өсөн беҙҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Артур улы Хәкимовҡа рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.
– Һуңғы ике йылда МХО зонаһына бөтәһе 10 меңдән ашыу дрон ебәрелгән. Быйыл 20-нән ашыу компания-резидентты берләштереү, пилотһыҙ аппараттар һәм уларҙың компоненттарын етештереүҙе арттырыу өсөн төбәк ғилми-етештереү үҙәген асырға ниәтләйбеҙ. 1 апрелдән БПЛА-ны поставкалау күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушам.