Шайморатов исемендәге штаб һәм «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның урындағы бүлексәһе ирекмәндәре әүҙемлек күрһәтте.
Гуманитар ярҙам йыйыуҙа халыҡ, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары, белем биреү учреждениелары һ.б. ҡатнаша. Бөтә йыйылған ярҙам сорттарға айырыла һәм оҙатыуға әҙерләнә. Йөктөң бер өлөшө Белгород өлкәһенә оҙатылған да инде.
Бәләбәй ҡалаһының «Сик һаҡсылары союзы» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары (етәксеһе Кудрявцев А.Г.) татыу һәм оператив эшләне. Йыйылған аҡсаға беҙҙең яугирҙарға ике аккумулятор гайковерты һатып алынған.
2 февралдә МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бүләктәр һәм әйберҙәр йыйыу буйынса «Герой өсөн йылылыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһы башланды. Тәүгеләрҙән булып акцияға «Урал батыр» һарайы ҡарамағындағы «Кудесницы» биҙәү-ҡулланма ижады берекмәһенән ҡатын-ҡыҙҙар ҡушылды. Улар яугирҙарыбыҙға һәр саҡ ярҙам итеп тора.
Үҙебеҙҙекеләргә ярҙамға ҡушылығыҙ!
Фотолар ветерандар советынан