Улар араһында – Туҙлыҡыуыш ауыл советы ауыл биләмәһе кешеләре. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ләлә Харисова быймалар, йылы кейем, һыуыҡ үткәндән дарыу препараттары, витаминдар һәм башҡа әйберҙәрҙе тиҙ арала килтереп еткерҙе.
«Минең ҡалам» идарасы компанияһы коллективы бензин генераторы һатып алды.
«Ветеран» хорында ҡатнашыусылар быймалар, кәлуш һатып алып килтерҙе, өйҙән әҙермәләр тапшырҙы.
Ярҙам йыйыуҙа Приютта һәм башҡа ауыл биләмәләрендә, шулай уҡ күрше райондарҙа йәшәүселәр ҡатнашты.
Яугирҙарҙың һәм зыян күргән биләмәләрҙә йәшәүселәрҙең ихтыяждарын аңлау – дөйөм еңеүебеҙҙең нигеҙе ул, – тип белдерҙеләр Бәләбәй районы ветерандары советында.
МХО зонаһында булған Ватанды һаҡлаусыларға, махсус учреждениеларҙа яраланғандан һуң дауаланған МХО-ла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Герой өсөн йылылыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә.
Йылығыҙ һәм изгелегегеҙ менән уртаҡлашығыҙ! Биләмәләрҙең ирекмәндәр төркөмдәренә мөрәжәғәт итегеҙ!
Фотолар ветерандар советынан