Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Анновка ауыл мәҙәниәт йортонда «Һалдаттар өсөн өй туҡмасы» акцияһы ойошторолдо.
– Гуманитар акцияла ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар үҙҙәренең хеҙмәтенә бөтә күңел йылыһын, хәстәрлеген һәм изге хистәрен һалды. Һөйөү менән әҙерләнгән аҙыҡ сираттағы гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ. Өй туҡмасы яугирҙарға тыуған яҡ, атай йорто һәм әсәйҙәренең йылы ҡулдары тураһында хәтерләтер, тип ышанабыҙ, – тип хәбәр итте ауыл ирекмәне һәм мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе методисы Рузилә Сәхибгәрәева.
Бәләбәй районында «Герой өсөн йылылыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһы бара. Үҙебеҙҙекеләрҙе йылытайыҡ!
Фотолар: Анновка ауыл мәҙәниәт йорто