Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
12 Февраль , 16:00

Ирекмәндәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә үҙебеҙҙекеләр өсөн ярҙам йыя

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ Приют» төркөмө ирекмәндәре һаҡлаусыларыбыҙҙың үтенесен әүҙем үтәй.

Ирекмәндәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә үҙебеҙҙекеләр өсөн ярҙам йыя
Ирекмәндәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә үҙебеҙҙекеләр өсөн ярҙам йыя

Ошо көндәрҙә улар окоп шәмдәре эшләү һәм медикаменттар һатып алыу буйынса акциялар үткәрҙе.

Парафинды һатып алыуҙа 5-се мәктәп уҡытыусылары, ата-әсәләре һәм уҡыусылары ярҙам күрһәткән.

Приют ҡасабаһындағы Ярҙам үҙәгендә яугирҙарҙың һәм шефлыҡ итеүсе госпиталдең һорауы буйынса сираттағы ылау йыйыу бара. Мәҫәлән, 7-се мәктәп уҡыусылары һәм ата-әсәләр бер тапҡыр ҡуллана торған һауыт-һаба һатып алырға ярҙам итте.

«СберРәхмәт» бонустарына медикаменттар һатып алынған.

Хәйриә иғәнәләре иҫәбенә йоҡо тоҡтары, генератор, бензобысҡы, оҙайтҡыс һ.б. һатып алалар.

Бәләбәй ҡалаһының тарихи мәсетенә йөрөүселәр йәнә гуманитар һәм финанс ярҙамы күрһәтте.

«Башавтотранс» акционерҙар йәмғиәте коллективы окоп шәмдәре тапшырҙы.

Көн һайын битараф булмаған кешеләр Үҙәктең келәтенә МХО зонаһына оҙатыу өсөн кәрәкле әйберҙәр килтерә.

Яугирҙарға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса биләмәләрҙең ирекмәндәр төркөмөнә мөрәжәғәт итегеҙ!

Фотолар ирекмәндәрҙән алынған

Ирекмәндәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә үҙебеҙҙекеләр өсөн ярҙам йыя
Ирекмәндәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә үҙебеҙҙекеләр өсөн ярҙам йыя
Ирекмәндәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә үҙебеҙҙекеләр өсөн ярҙам йыя
Ирекмәндәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә үҙебеҙҙекеләр өсөн ярҙам йыя
Автор: Любовь Иванова
Читайте нас