Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Февраль , 19:00

Башҡортостанда өлгөлө модель булдырылған

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Александр Михайлович Тихонов "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалында булды. Ул филиалдың яңы бинаһын ҡараны һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға, ветерандарға, шулай уҡ хәрбиҙәрҙең туғандарына, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам саралары менән танышты.

Башҡортостанда өлгөлө модель булдырылған
Башҡортостанда өлгөлө модель булдырылған

"Волга буйы федераль округында демобилизацияланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 30 меңгә яҡын кеше өйҙәренә ҡайтҡан. Улар араһында 70 проценттан ашыуы эшкә урынлашҡан, 80 проценттан күберәге диспансеризация үткән. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә ассоциацияның бүлексәләре эшләй, улар 4800-ҙән ашыу кешене берләштерә. Геройҙарға арналған мәктәп музейҙары булдыраһығыҙ, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүҙе, фронт янындағы райондарҙа гуманитар миссиялар, инвалид ветерандар өсөн спорт коллективтары ойоштораһығыҙ, йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү менән шөғөлләнәһегеҙ. Башҡортостанда төҙөлгән модель идеаль. Бында етәксе власть структураһында, республика Башлығының ярҙамсыһы булып тора һәм ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителеүен аңлай. Был бик мөһим", - тип билдәләне Александр Тихонов.

"Бөгөн көн гуманитар конвой ебәреүҙән башланды. Был ваҡиға бөтә эш программаһына кәйеф өҫтәне. Һуңғы тапҡыр Минһажев урамындағы иҫке филиалда булдым, ә хәҙер – яңы бинала. Бында барыһы ла заманса эшләнгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы булараҡ, килеүселәр өсөн дә, хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған тип әйтә алам. Яҡты бүлмәгә килгәс, тейешле кәйеф барлыҡҡа килә, һәм һәр яҡлаусы республикала уны хөрмәт итеүҙәрен, ҡәҙерләүҙәрен, хәстәрлекте, ярҙамды тойһон өсөн барыһын да эшләүҙәрен аңлай", – тип билдәләне Александр Тихонов.

Филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, өс йыл самаһы эшләү дәүерендә фонд командаһы ҙур һәм татыу ғаиләгә әүерелгән, һәр кем – ҡәҙерле ҡунаҡ. "Геройҙарыбыҙ, уларҙың ғаиләләре хәстәрлек, иғтибар тойһон, тормошта үҙ урынын тапһын, уңыштарға өлгәшһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Филиалда 120 социаль координатор хеҙмәтләндерә, уларҙың өстән бер өлөшө – балаларыбыҙҙың әсәләре һәм ҡатындары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Беҙ бында саралар үткәрә, ветерандар менән осрашыуҙар ойоштора алабыҙ", – тине ул.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалынан.

 

Автор:
Читайте нас