Урындағы ирекмәндәр оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты, был юлда осраған ауырлыҡтар һәм шатлыҡтар тураһында һөйләне. Улар селтәрҙәр етештереү буйынса мини-цехтың барлыҡҡа килеүен йылы итеп иҫкә алды. Уларҙың һүҙҙәре үҙ өлөшө өсөн ғорурлыҡ һәм ихлас ярҙам итеү теләге менән һуғарылған.
Кисә хәтирәләр менән генә сикләнмәне. Теләгән һәр кем өсөн иҫән ҡалыу беләҙектәрен эшләү буйынса ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе үтте. Улар «паракорд» тип аталған үтә ныҡ бауҙан эшләнә. Кәрәк булғанда беләҙек еңел генә һүтелә, биш метр оҙонлоҡтағы бау киҫегенә әйләнә.
«Беҙ барыбыҙ ҙа махсус хәрби операцияның тиҙерәк һәм тыныс тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Һәр үрелгән селтәр һәм һәр беләҙек яҡынлашып килгән еңеүҙең бер өлөшө булһын», – тип бер тауыштан билдәләне ауыл ирекмәндәре. Бындай осрашыуҙар беҙгә бергәләп көс булыуыбыҙҙы иҫебеҙгә төшөрә, хатта һөйөү һәм хәстәрлек менән башҡарылған иң бәләкәй эштәр ҙә ҙур файҙа килтерә аласаҡ.
Сания Архипова, Ермолкин ауыл китапханаһы китапханасыһы