«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ойошторған осрашыуға МХО-нан демобилизацияланғандар, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған бәләбәйҙәр килде.
Республика башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәләнеүенсә, ветерандар һәм ғәмәлдәге хәрби хеҙмәткәрҙәр менән демобилизацияланған яугирҙарға ярҙам саралары тикшерелгән. Уларға льготалар, социаль гарантиялар һәм ярҙам төрҙәре тураһында һөйләгәндәр. Һәр МХО-ла ҡатнашыусы тейешле медицина ярҙамын ваҡытында ала алһын өсөн тәрәнәйтелгән медицина тикшереүен үтеү тәртибе тураһында мәғлүмәт бирелгән. Эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү һәм ярҙам итеү программалары тикшерелгән.
Ветерандарҙы ижтимағи, мәҙәни һәм спорт тормошона йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Уларға район тормошонда әүҙем ҡатнашыу мөмкинлектәре тураһында һөйләгәндәр.
«Геройҙарыбыҙҙың үҙҙәрен йәмғиәттең бер өлөшө итеп тойоуы, мәҙәни һәм спорт саралары аша үҙ-үҙеңде күрһәтеү өсөн яңы өлкәләр табыуы мөһим, – тип билдәләй Азат Сәхәбиев. – Был осрашыу – геройҙарыбыҙ өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу юлындағы аҙымдарҙың береһе генә. Беҙ һәр яугирыбыҙҙың батырлығын юғары баһалайбыҙ һәм ярҙам итеү буйынса системалы эш алып барырға әҙербеҙ».
Фотолар хакимиәттән