Өй туҡмасын киҫеүҙә Мәтәүбаш, Аҡҡайын, Аҡбаҫар ауылдарынан – Л.З. Ҡаһарманова, Г.Ф. Борисова, Л.М. Мөхәммәҙиева, Ә.М. Мөхәммәҙиева, Р.М. Исмәғилева, Г.Ф. Исмаева, Р.М. Арыҫланова, Н.Ф. Ибраһимова, Д.Ш. Хәмиҙуллина, Р.Ф. Ризуанова, З.Ә. Әҙиһәмова, Ә.Ф. Шафиҡова, Р. Р. Апеева, К.А. Биккинина ҡатнаштылар.
З.М. Йәркәева менән К.М. Әхмәтйәнова әҙер туҡмас килтерҙеләр. Л. З. Ҡаһарманова, Р.Р. Шәймөхәммәтова, З.Ә. Әҙиһәмова, Ф.Ф. Маннанов аҙыҡ-түлек менән ярҙам иттеләр.
Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ балаларын ҡайғыртҡан әсәләй был акцияға теләп ҡушылды, һуғыш барған ерҙәргә тыныслыҡ-именлек килеүен, яугирҙарҙың тыуған ерҙәренә, ғаиләләренә тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй-теләй ҡамыр баҫты, йәйеп туҡмас киҫте.
Теләктәр ҡабул булһын, егеттәргә туҡмаслы ҡайнар аштар ашап, көс-ғәйрәт тупларға язһын.
Зөлфирә Әҙиһамова фотолары.