Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар

Бәләбәй үреүселәренән 1300-сө маскировка селтәре

«Үҙебеҙҙекеләрҙе йәшерәбеҙ» төркөмө (ирекмән Дарья Маркелова) – МХО  өсөн маскировка селтәрҙәре үреү буйынса ҡалала беренсе һәм әлегә берҙән-бер ирекле ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе.

Бәләбәй үреүселәренән 1300-сө маскировка селтәре
Бәләбәй үреүселәренән 1300-сө маскировка селтәре

Байрам көндәрендә Бәләбәй үреүселәре 1300-сө селтәр эшләгән!

10 мартта Бәләбәй районының ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов битараф булмаған ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәрҙе юбилейлы селтәр һәм Ватанды һаҡлаусыларға ярҙамға ҙур өлөш индергәндәре өсөн ҡотлап, рәхмәт хаты тапшырҙы.

«Үҙебеҙҙекеләрҙе йәшерәбеҙ»төркөмө үргән селтәрҙәр һәр гуманитар ылау  менән МХО зонаһына ебәрелә.

Үреүселәр араһында – хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, МХО-ла  ҡатнашыусыларҙың әсәләре...

Ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, улар оҫтаханаға илһөйәрлек бурысын үтәр өсөн килә.

Фото: ветерандар советы

Автор: Мила Любченко әҙерләне
Читайте нас