– Бәләбәй районы ветерандары советына, Бәләбәй ҡалаһының тарихи мәсетенә йөрөүселәргә, Эске эштәр министрлығы ветерандарына, «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ», «Фронт өсөн макселтәрҙәр», «Баженов үреүселәре» төркөмдәрендә ҡатнашыусыларға, балалар баҡсалары, мәктәптәр коллективтарына, шулай уҡ Приют ҡасабаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары халҡына рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең изге йөрәгегеҙ, йомартлығығыҙ һәм ярҙамсыллығығыҙ беҙ ебәргән һәр йөктө, яугирҙарҙа ышаныс һәм өмөт уята.
Үҙ-ара ярҙам һәм ирекмәндәр дуҫлығы һәр ваҡыттағыса ярҙам итте: «БЕРЕГИНЯ» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (Октябрьский ҡалаһы) тактик аптечкалар, канистрҙар, лобзик, ҡаты һәм йомшаҡ носилкалар, матрас һәм мендәрҙәр, юрғандар менән тәьмин итте; Туймазы ҡалаһынан «Маскита» төркөмө ике йомшаҡ носилка тапшырҙы. «Еңеү өсөн» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы) бер нисә пар һаҙ итектәре бирҙе; «Йәрмәкәй районы МХО-ға ярҙам» төркөмө 10 ҡумта, гуманитар ярҙам менән ҡапсыҡтар һәм өс маскселтәр тапшырҙы.
Төрлө ирекмәндәр берләшмәләре араһындағы үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш һәм үҙ-ара ярҙам яугир-яҡташтарҙың һорауына һөҙөмтәле яуап бирергә һәм уларҙың ихтыяжын үтәргә мөмкинлек бирә.
Һәр йыйылған предмет, һәр тапшырылған әйбер, һәр үрелгән селтәр – ул яугирҙарҙың көслө терәк-таяныс булыуы һәм Еңеүгә ышаныс!
Ситтә ҡалмағыҙ! Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итегеҙ!
Любовь Иванова әҙерләне.
Фотолар: Приют ҡасабаһындағы Ярҙам үҙәге