Башҡортостан ирекмәндәре төп республика наградаһын алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығында республика Башлығының «Башҡортостан Республикаһының почётлы ирекмәне (волонтеры)» исемен алыуға заякалар ҡабул итә башланы.  

Башҡортостан ирекмәндәре төп республика наградаһын алыу мөмкинлегенә эйәБашҡортостан ирекмәндәре төп республика наградаһын алыу мөмкинлегенә эйә
Башҡортостан ирекмәндәре төп республика наградаһын алыу мөмкинлегенә эйә

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров билдәләүенсә, билдәгә республика биләмәһендә бер йылдан ашыу ирекле эшмәкәрлек алып барған һәм добро.рф порталында верификацияланған сәғәттәре булғандар дәғүә итә ала.

Документтар 2026 йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә. Документтарҙы түбәндәге адрес буйынса тапшырырға мөмкин: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86, ирекмәндәр хәрәкәте бүлеге.

Тапшырыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге ведомствоның сайтында урынлаштырылған:https://molodez.bashkortostan.ru/presscenter/news/805075/

Барлыҡ һорауҙар менән Башҡортостандың Добро.рф ресурс үҙәге белгесе Анастасия Грибковаға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас