Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Апрель , 12:00

Бәләбәй ирекмәндәре яугир-яҡташтар өсөн ҡоро һурпалар әҙерләй

Бәләбәйҙә МХО-ла булған яугир-яҡташтарға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙең яңы йүнәлеше барлыҡҡа килде. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро һурпалар әҙерләй башланы.

Бәләбәй ирекмәндәре яугир-яҡташтар өсөн ҡоро һурпалар әҙерләй
Бәләбәй ирекмәндәре яугир-яҡташтар өсөн ҡоро һурпалар әҙерләй

– Был идеяны МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тәҡдим итте, улар 2022 йылда уҡ ҡоро һурпа етештереү процесын үҙләштергән Һарытау ирекмәндәре менән бәйләнеш номерҙарын бирҙе.

Мин Һарытауҙағы коллегаларым менән видеоэлемтә аша бәйләнешкә сыҡтым, консультация алдым һәм һурпа әҙерләү процесын ҡараным. Тәү сиратта өйҙә йәшелсә киптереү өсөн ҡоролмалар, дегидраторҙар һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк ине.

Беҙ төркөмөбөҙҙө «Еңеү өсөн тәмле һәм тиҙ! Бәләбәй районы» тип атаныҡ. Ә һурпаларға «Бәләбәй һурпалары» тигән исем бирҙеләр, – тип «БИ» менән уртаҡлашты ирекмән Алена Рахманҡолова.

Фотоларҙы А. Рахманҡолова биргән

Бәләбәй ирекмәндәре яугир-яҡташтар өсөн ҡоро һурпалар әҙерләй
Бәләбәй ирекмәндәре яугир-яҡташтар өсөн ҡоро һурпалар әҙерләй
Бәләбәй ирекмәндәре яугир-яҡташтар өсөн ҡоро һурпалар әҙерләй
Бәләбәй ирекмәндәре яугир-яҡташтар өсөн ҡоро һурпалар әҙерләй
Автор: Любовь Иванова
Читайте нас