

Халыҡ рассольник әҙерләү өсөн сей йәшелсәләр ҙә, консерваланған ҡыяр ҙа йыйған. Аҙыҡ-түлекте ирекмәндәр төркөмөнә тапшырғандар.
Тиҙҙән Туҙлыҡыуыш ерендә үҫтерелгән йәшелсәләрҙән әҙерләнгән һурпалар беҙҙең яугирҙар өҫтәленә оҙатыласаҡ.
Урындағы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Диана Синәғәтуллина ауыл чатында былай тип яҙҙы: «Беҙҙә бик әүҙем кешеләр булыуы менән ғорурланам!»
Фотолар ауыл биләмәһенән