

Раевканан судно йөрөтөүсе һөнәрен алған 20 йәшлек Роман Тихонов пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙе һайлай, үҙенең ҡарарын яңылыҡҡа ынтылыш һәм технологияларға ҡыҙыҡһыныу менән аңлата. Һайлап алыу пунктында ул, коптерҙар менән эшләү тәжрибәһе булмауына ҡарамаҫтан, үҙ көсөнә ышаныуын һәм БПЛА операторы һөнәрен үҙләштерергә әҙер булыуын белдерә.
Роман был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүҙең ут һыҙығынан хәүефһеҙ аралыҡта үтеүен билдәләй, был шулай уҡ уны һайлауҙа мөһим фактор булып тора.
Роман Тихонов киләсәккә оптимизм менән ҡарай һәм яңы һөнәрҙе уңышлы үҙләштерә алырына ышана. Ул пилотһыҙ системалар ғәскәрендә булыуына шат һәм яңы саҡырыуҙарға әҙер. Оборона министрлығы менән бер йылға контракт төҙөй.
Романдың махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән иптәштәре, таныштары күп. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан саҡтарында егеткә фронт хәлдәрен һөйләгәндәр.
Ҡарар ҡабул иткәс, был хаҡта тормошондағы иң мөһим кешегә — әсәһенә әйткән. "Бер ҡарар иткәс, кире боролма. Хоҙай ярҙам итһен", - тип ҡатын улына изге теләктәрен еткергән.
БЕЛЕШМӘ
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кеше йыйыу дауам итә. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәрҙәр төрө.
Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләүселәр барлыҡ түләүҙәрҙе һәм социаль гарантияларҙы тулыһынса ала, әммә айырым өҫтөнлөктәр ҙә ҡаралған. Әгәр һин – Рәсәй гражданы һәм һиңә 18-ҙән 45-кә тиклем йәш, һаулыҡ торошо буйынса яраҡлы икәнһең, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә була.
Пилотһыҙ системалар ғәскәре яугире булғандар ыңғай 1,4 миллион һум аҡса алыу һәм тотош ғаилә өсөн 50-гә яҡын ташламанан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.
Шуны билдәләргә кәрәк, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре бихисап. Әйтәйек, операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә. Улар хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә.
Оборона министрлығы хеҙмәт үҙенсәлектәренә нығыраҡ төшөнөү өсөн бер йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Контрактҡа ярашлы, хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел. Улар ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 номерына шылтыратып танышырға мөмкин йәки хәрби комиссариатҡа килергә була. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никахҡа инеү һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары (булғанда), белем алыу тураһындағы документтар кәрәк.
Фото: "Башинформ".