

Балалар хаттары, һүрәттәр, ҡул эштәре айырыуса тулҡынланып ҡабул ителә...
Приют ҡасабаһының 35, 25-се балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре педагогтар менән бергә хаттар яҙҙы һәм 9 май алдынан матур теләктәр менән ҡотлау открыткалары әҙерләне.
Бынан тыш, балалар баҡсалары коллективтары һәм ата-әсәләр гуманитар ярҙам йыйып, ирекмәндәргә тапшырҙы. 5-се урта мәктәп уҡытыусылары, ата-әсәләре һәм уҡыусылары, тарихи мәсет мәхәлләһе Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәгенә сираттағы гуманитар ярҙам партияһы килтерҙеләр.
Шефлыҡ иткән госпиталь өсөн кешеләр карауаттар, кейем, медикаменттар һ. б. йыйҙы.
Үҙәк ирекмәндәре: Никифорова Татьяна, Хәбибуллина Әлфиә, Хафизов Таһир, Хәмитов Сабил, Хәмитов Марат, Киселев Олег, Егоров Николай, Кирсанов Михаил әйберҙәрҙе ебәреү өсөн ҡаптарға тултырҙы.
«Фронт өсөн маскселтәрҙәр» төркөмө үреүселәре оператив рәүештә ашығыс заказды үтәүгә тотондо.
Мөхәббәт менән яҙылған балалар хаттары батыр яугирҙарыбыҙҙың йөрәктәрен йылытһын!
Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге фотолары