«Танк» яҡташтары менән хеҙмәт итә

Динар Мотаһиров 1993 йылда Приют ҡасабаһында тыуған. 4-се мәктәпте тамамлағандан һуң Һамар дәүләт тимер юл университетына уҡырға инә һәм «Тимер юл инженеры» һөнәре буйынса диплом ала. 2016-2017 йылдарҙа танк ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәте үтә.

«Танк»  яҡташтары менән хеҙмәт итә«Танк»  яҡташтары менән хеҙмәт итә
«Танк» яҡташтары менән хеҙмәт итә

2022 йылдың сентябрендә йәш кеше махсус хәрби операцияға мобилизациялана. Позывнойын «Танк» тип ала.

МХО-ға  киткәнгә тиклем Яр Саллыла йәшәй һәм пилорамала эшләй, әммә хәрби операцияға Бәләбәйҙән саҡырыла.

«БИ» яугирҙан хеҙмәте тураһында һөйләүен һораны, әммә уның яуаптары ҡыҫҡа булды.

– Тәүге көндәрҙән үк Запорожье йүнәлешендә булдым. Минең менән йәнәш Бәләбәйҙән яҡташтар – Высота, Учитель, Мэр һәм Приют ҡасабаһынан Мох, Заяц,  Хаммер, Газон һәм башҡалар; Йәрмәкәй районынан Лемур, Лев, Клен, Донателло. Яҡташтар хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һәр ваҡыт ышаныслы.

Әлеге ваҡытта мин отделение командиры булып сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итәм. Хеҙмәттәштәрем хәрби хеҙмәтте лайыҡлы үтәй.

Үҙ-ара ярҙам, юмор ауырлыҡтар еңеп сығырға ярҙам итә.

Хәрби кәйефте һаҡларға туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ, шулай уҡ Приют ҡасабаһынан  Ярҙам үҙәге төркөмө ирекмәндәре (А.Фәттәхова) ярҙам итә, улар менән беҙ даими бәйләнештә торабыҙ. Беҙ район халҡынан гуманитар ярҙамды рәхмәт менән ҡабул итәбеҙ, һәм тағы бер тапҡыр иптәштәрем исеменән: «Рәхмәт Һеҙгә, ҡәҙерле яҡташтар! » - тип уртаҡлашты Динар Радик улы.

Танктың наградалары бар, әммә уларҙы аныҡлап әйтмәне.

Уны өйҙә һәр ваҡыт ата-әсәһе көтә, улар, пенсия йәшендә булыуҙарына ҡарамаҫтан, «67-се икмәк базаһы» акционерҙар йәмғиәтендә  (элекке элеватор) эшләүҙәрен дауам итәләр.

Ялда яугир уларға ярҙам итергә тырыша, ә буш минуттарында хәрби тематикалы заманса фильмдар һәм боевиктар ҡарай.

Уның һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта «МХО-ла ҡатнашыусылар яҙған китаптарҙы уҡый башлаған.

Динар Мотаһировтың егеттәргә теләге: «Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Уҡығыҙ, белем һәм тәжрибә туплағыҙ – хеҙмәттә барыһы ла кәрәк буласаҡ!».

Хатта ҡыҫҡа ғына итеп һөйләгәндән дә ябай һалдат образы тыуҙы, ул үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәй һәм яҡташтары менән бергә хеҙмәт итеү мөмкинлеге өсөн яҙмышына рәхмәтле.

Фото Д. Мотаһировтың шәхси архивынан

Автор:Любовь Иванова
Читайте нас