Дмитрий Токарев эвакуация тағылмаһы эшләгән

Алдынғы эвакуация төркөмө ирекмәндәргә яралы һәм һәләк булған яугирҙарҙы эвакуациялау өсөн тағылма һорап мөрәжәғәт итә. Әҙер изделиены тиҙ һатып алыу мөмкин булмағанлыҡтан, уны үҙаллы эшләргә ҡарар ителә.

Дмитрий Токарев эвакуация тағылмаһы эшләгәнДмитрий Токарев эвакуация тағылмаһы эшләгән
Дмитрий Токарев эвакуация тағылмаһы эшләгән

Инициативаны приютта йәшәүсе Дмитрий Токарев хуплай. Урындағы «Кулибин»  һәм ирекмән эштәрҙең төп өлөшөн үҙ өҫтөнә ала.

Тағылманы эшләү өсөн автомобиль балкаһы кәрәк була, уны бушлай тапшыралар, артабан профторба һатып алалар (төркөм иҫәбенән түләйҙәр).

Тағылманың төбө тимер табаҡтар менән түшәлгән.

Эштәр Анатолий Скоробогатко гаражында башҡарыла.

Дмитрий Токарев, Таһир Хафизов Һәм Анатолий Скоробогатко бергәләп эшкә тотона һәм тағылманы әҙерләүҙе тамамлап, уны республика ылауы менән оҙата.

Дмитрий шулай уҡ яҡтылыҡ приборҙарын автомобилгә тоташтырыу бурысын да бик яҡшы үтәй.

Әйткәндәй, "Фронт өсөн маскселтәрҙәр" төркөмө үреүселәре һәм тегенселәр ҙә тырышып, әҙер изделиеларҙы ебәреү өсөн тапшыра.

Мәҫәлән, тейәлгән ваҡытта Приют үреүселәре 1100-сө маскировка селтәрен үреп тапшырған, ә "Баженов үреүселәре" - 370-се!

Улар ысын патриоттар!

Автор фотолары

Дмитрий Токарев эвакуация тағылмаһы эшләгән
Дмитрий Токарев эвакуация тағылмаһы эшләгән
Автор:Айгөл Фәттәхова
Читайте нас