

Был гарантияның асылы нимәлә?
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова аңлатыуынса, эш биреүсе ҡыҫҡартҡанда өҫтөнлөклө эштә ҡалыу хоҡуғын иҫәпкә алырға тейеш. Ул юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм квалификацияһы булған хеҙмәткәрҙәргә бирелә.
Тигеҙ күрһәткестәр булғанда эштә ҡалдырыуға өҫтөнлөк бирелә: ғаиләлә - ике йәки унан күберәк кеше ҡараған осраҡта; ғаиләһендә үҙ аллы эш хаҡы булған башҡа хеҙмәткәрҙәр булмаған кешеләргә; ошо эш биреүселә хеҙмәттә имгәнеүе йәки профессиональ ауырыуы алған хеҙмәткәрҙәргә; хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына; эштән айырылмайынса эш биреүсе йүнәлтмәһе буйынса квалификацияһын күтәргән хеҙмәткәрҙәргә; 18 йәшкә тиклемге балаһы булған ата-әсәгә.
1 сентябрҙән уларға хеҙмәт итеү ваҡытында хеҙмәт килешеүе туҡтатылып торған МХО-ла ҡатнашыусылар ҙа ҡушыла.